

"Яугирҙар менән осрашҡан ваҡыттағы хис-тойғоно бер нәмә лә алмаштыра алмай - дуҫтарса ҡосаҡлашыуҙы, күҙҙәрҙәге ихлас ҡыуанысты, ябай рәхмәт һүҙҙәрен. Алғы һыҙыҡтағы аралашыуҙың һәр минуты айырым бер энергия менән һуғарыла - бында барыһы ла дөрөҫ, асыҡ, ысын. Беҙ егеттәргә үҙҙәре һораған бөтә нәмәне тапшырҙыҡ. Автомобилдәр бигерәк тә шатландырҙы - фронтта техника хәрби бурысты үтәүҙе ҡулайлаштыра һәм егеттәргә йылдамыраҡ булырға булышлыҡ итә. Беҙҙең хәстәрлегебеҙ аныҡ ярҙам килтереүен күреү яҡшы. Егеттәргә лә тылдың ышаныслы булыуын белеү мөһим", - тип яҙған Саҡмағош районы хакимиәте башлығы сәхифәһендә һәм, әлбиттә, район халҡына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән.
Бөтә яугирыбыҙ имен булһын, еңеү менән ҡайтһын!
Фото: Реканс Ямалеев, вк