

БР Башлығы: МХО-нан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу ҡатнашыусының 78 проценты эшкә урынлаштырылған. Муниципалитет башлыҡтарына ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушам.
***
Радий Хәбиров физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырырға ҡушты. Спорт министрлығы МХО ғәскәрҙәре ветерандары өсөн күнекмәләр графигын раҫларға, муниципалитеттар иһә спорт объекттары исемлеген билдәләргә һәм уларҙың нигеҙендә МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн бушлай күнекмәләр үткәреү мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш.
***
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа льготалы йәшәүен тергеҙергә ҡушты. Бынан алда бюджет сикләүҙәре арҡаһында сара туҡтатылғайны. Хәбиров был ҡарарҙы "урынһыҙ" тип атаны.
***
Радий Хәбиров «Талҡаҫ» шифаханаһында МХО-ла өсөн дауалау һәм реабилитациялау үҙәген асырға ҡушты.
***
Хөкүмәткә йыл аҙағына тиклем барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү үҙәктәрен асырға, ә Хөкүмәт аппараты структураһында айырым бүлек – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам мәсьәләләре буйынса департамент асырға ҡушылды.
Фото: Юлай Кәримов.
Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ!