"Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына, йылылыҡ һәм энергия менән тәьмин итеү объекттарын өҫтәп, һаҡланыусы объекттар исемлеген киңәйтеү тураһында һәм республика Хөкүмәтенә предприятиеларҙың уңышлы эшләгән хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов орденын тапшырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!""Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"
"Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"

“Махсус хәрби операция мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ – иҡтисадыбыҙҙы нығытыу, ул «бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән маҡсатта эшләргә тейеш. Был башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсереүебеҙҙе аңлатмай. Бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле булышлыҡ итеү һәм республиканы үҫтереүҙе хәл итеү – беҙҙең идара итеү командаһының ысын оҫталығы тап ошонда күренәсәк тә инде”, – тине республика етәксеһе.

Ул Рәсәйҙең яңы төбәктәренә туғандарса ярҙам күрһәтеүебеҙҙе лә билдәләне. Шефлыҡҡа алған Луганск Халыҡ Республикаһында 238 торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объекты тергеҙелгән. Быйыл тағы 157 объектты тергеҙергә ниәт бар.

“Ярҙам итергә тырышыу – ул беҙҙең мәҙәни код, ул халыҡтың эске асылынан килә”, – тине Радий Хәбиров.

Мөрәжәғәтнамәлә тағы ла шуларҙы һөйләне:

“Беҙ ҙур һынауҙар осоронда йәшәйбеҙ. 2026 йыл да, һис шикһеҙ, еңел булмаясаҡ. Бөтә яуаплы бурыстарҙы намыҫ менән хәл итербеҙ, сынығырбыҙ һәм тағы ла көслөрәк булырбыҙ. Геройҙарыбыҙ тиҙҙән иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыр, тип ышанам.

Президентыбыҙ Өфөлә булғанда Башҡортостан тураһында башҡорт халҡының үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына ингәндән алып Ватаныбыҙҙың тышҡы сиктәрен яҡлау миссияһын алыуы хаҡында әйтте.  Владимир Владимирович фекеренсә, Башҡортостан Рәсәй тормошонда, тарихында һәм яҙмышында һәр саҡ мөһим роль уйнаны.

Терәк төбәктәрҙең береһенең Башлығы булараҡ, Башҡортостан Рәсәй менән берлектә ошо ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтһен өсөн бөтә көсөмдө һәм тәжрибәмде һаласаҡмын. Бының өсөн беҙ һеҙҙең менән артабан да ЕҢЕҮ ӨСӨН барыһын да эшләйәсәкбеҙ!” – тип тамамланы сығышын БР Башлығы.

Фото: Юлай Кәримов фотоһы.

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова