Ике яугир осрашты

Абзан ауылында Ейәнсура районының бөгөнгә иҫән ҡалған берҙән бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитов йәшәй. Уға ихтирам, хөрмәт йөҙөнән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан МХО һалдаты хәл белешергә, фатиха алырға барҙы.  

Ике яугир осраштыИке яугир осрашты
Ике яугир осрашты

Амур Тимербулатов Махсус хәрби операция башланғас, үҙ теләге менән ил һаҡларға юллана һәм бөгөнгө көнгә тиклем үҙ бурысын намыҫлы атҡара. Күптән түгел ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты һәм Абзан ауылы биләмәһенә ҡараған ауыл халҡы менән осрашты. Һалдаттың яуҙағы хәлдәр, ҡаһарман һалдаттар, дошман атакалары тураһында һөйләүенә бер кем дә битараф ҡалманы. Яҡташтары һалдатҡа гуманитар ярҙам (бәйләнгән билбауҙар, ойоҡбаштар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар) тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Ҡабаттан яуға юлланыр алдынан Амур Тимербулатов ауылдашы, һуғыш ветераны Әхмәтдин Хәлитов менән осрашты. Ике быуатта барған ике һуғыш башланғысында ла Рәсәй дошмандарының яуыҙ уй-ниәте ята. Улар шул турала һөйләште. Аҡһаҡал яуҙағыларға ныҡлы рух, еңеү теләп ҡалды, яҡты киләсәккә ышанысты һүндермәҫкә өндәне.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас