Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
25 Ғинуар , 22:50

Район башлығы фронт биләмәһендә булып ҡайтҡан

Башҡортостандың район һәм ҡалалары хакимиәттәренән махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташ яугирҙарға гуманитар ярҙам ылауын оҙатып барыу дауам итә. Күп муниципалитет етәксеһе Донбасста бер нисә тапҡыр булды. Был юлы Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Район башлығы фронт биләмәһендә булып ҡайтҡан
Район башлығы фронт биләмәһендә булып ҡайтҡан
Мишкә район халҡы яугирҙарға гуманитар ярҙамды даими ебәрә. Ылауға бөтә кәрәк-яраҡ тейәлә. 
Был сәфәрҙән бөтә донъяға ҡараш үҙгәреп ҡайта, ти район етәксеһе.
Лариса Александрова социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, иң тәүҙә яугирҙарға рәхмәт тойғоһо тыуа.
"Фронт яғында йәшәүселәрҙең еренә мөнәсәбәте, хужалыҡ алып барырға тырышыуы, балалар үҫтереүе, кешеклелекте һаҡлауы - барыһы ла тыныс тормошҡа башҡасараҡ ҡарарға мәжбүр итә. Был сәфәр миңә һәр имен көндө ҡәҙерләргә өйрәтте. Егеттәрҙе, беҙҙең техниканы үҙ күҙҙәрем менән күреү ышаныс тойғоһо уятты. Беҙҙең көслө, ысын яугирҙар өсөн ғорурландым", - тип яҙған раойн башлығы. 
Яугирҙар иҫән-һау ҡайтһын! Тынысланһын донъя!
Фото: администрация Мишкинского района, вк

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас