Яугир дошманды ҡасырға мәжбүр иткән

Беҙҙең яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә еңеүгә ҙур өлөш индерә, үҙ ғүмерен аямай, яуҙаштарын ҡотҡара, ҡаршы яҡҡа һөжүмде дөрөҫ ойоштора. Шундай яугирҙарҙың береһе – Салауат районынан Рөстәм Фәхриев.

Яугир дошманды ҡасырға мәжбүр иткәнЯугир дошманды ҡасырға мәжбүр иткән
Яугир дошманды ҡасырға мәжбүр иткән

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов исеменә егеттең командованиеһынан хат килгән. Унда Рөстәмдең ДНР-ҙағы бер тораҡ пунктты азат итеүҙә күрһәткән ҡыйыулығы тураһында бәйән ителә.

Башҡортостан яугиры дошмандың ут позицияһын күреп ҡалып, яңғыҙы штурмға барған һәм ҡапыл һөжүм итеп, уларҙы ҡасырға мәжбүр иткән. Беҙҙең һалдаттар ошонан файҙаланып, хәрби бурысты еренә еткереп үтәгән, шәхси состав та, техника ла зыян күрмәгән.

Рөстәм Фәхриев был батырлығы өсөн Жуков һәм Суворов миҙалдары менән наградланған. Егет алғы һыҙыҡта 2024 йылдың декбаренән хеҙмәт итә.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Бөтә яугирыбыҙ имен булһын!

Фото: Башкирский батальон

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас