“Мода түгел, ә ихтыяж”, – тине дәүләт башлығы. Владимир Путин ошо көндәрҙә Мәскәү метроһының Ҙур ҡулса линияһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәргәндә белдереүенсә, илебеҙҙә төп тармаҡтарҙа БПЛА технологияларын үҫтереү буйынса план әҙерләнәсәк.
Пилотһыҙ системаларҙы махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулланыуға килгәндә, был төр ғәскәр РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә иң популяры һанала.
ВБС, йәғни пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә һайлап алыу ярайһы ҙур талаплы. Ә хеҙмәткә уникаль шарттар тыуҙырылған.
Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла БПЛА операторы, инженерҙар, техниктар һайлап алыу дауам итә.
2024 йылдың 16 декабрендә РФ Оборона министрлығы коллегияһында министр Андрей Белоусов, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса, ВБС формалаштырырға тәҡдим иткәйне. Былтыр июндә ил башлығы 2027 – 2036 йй. ҡоралландырыу программаһының проектын ҡарағанда, был ғәскәрҙе айырым төр итеп төҙөү буйынса эш барғанын хәбәр итте. ВБС-тың рәсми барлыҡҡа килеүе тураһындағы мәғлүмәт 2025 йылдың 12 ноябрендә еткерелде.
Әле Башҡортостанда ла был ғәскәрҙәргә һайлап алыу бара.
БПЛА ғәскәрҙәре операторҙары алғы һыҙыҡтан алыҫта эшләйәсәк.
Тулы мәғлүмәт башбат.рф сайтында, телеграм-каналдағы чат-ботта бар («Служба в беспилотных войсках Башкортостан»). Шулай уҡ 122 телефоны буйынса белешмә алырға мөмкин.