Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
16 Ғинуар , 12:25

Һай, батыр!

Махсус хәрби операция яугиры, Салауат районынан Рөстәм Фәхриев яҡташтары өсөн батырлыҡ өлгөһө булып тора. 

Һай, батыр!
Һай, батыр!

Рөстәм МХО-ға 2024 йылдың декабрендә, контракт төҙөп, киткән. Бер йылда ул ике миҙалға лайыҡ булып өлгөргән.

ДНР-ҙағы бер тораҡ пунктты азат иткәндә, егет дошмандың ут сығанағын белеп ҡала ла, яңғыҙы штурмға бара. Ҡапыл һөжүм итеп, ҡаршы яҡтыҡыларҙы ҡасырға мәжбүр итә. Позиция алына.

Был ҡыйыулығы өсөн яҡташыбыҙ Жуков һәм Суворов миҙалдарын ала.

Афарин! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт!

Фото: Башкирский батальон, вк

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас