

Баймаҡ районы Иҫәнбәт мәктәбендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Туҡтамышев Венер Вәлит улы иҫтәлегенә Герой партаһы асылды. Ул яугир Ғибадуллин Ирфат Әсҡәт улы инициативаһы менән булдырылды. Сарала Венерҙың туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, уҡыусылары ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып, Герой партаһына Салауат Исрафилов ултырҙы.
Ниғәмәт мәктәбендә иһә ил өсөн батырҙарса һәләк булған Радик Хөсәйеновҡа Герой партаһы булдырылды. Радик Рамаҙан улы тәүгеләрҙән булып мобилизациялана һәм илебеҙ азатлығы өсөн яуға юллана. Ул фронтта үҙен ысын батыр яугир, дуҫ, ышаныслы һалдат итеп күрһәтә, бик күп наградаларға лайыҡ була. Уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап асылған "Герой партаһы" яугирҙең исеменен мәңгеләштерҙе.
Беҙҙе Мах-та ла уҡы!