“Колясканың төймәһенә баҫыу менән хәрәкәткә килә. Балалар менән урамға сығып ял итеү мөмкинлеге тыуҙы,” - ти махсус хрби операцияла яраланып ҡайтҡан ветеран.
Башҡортостанда МХО яугирҙәрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау өсөн барыһын да эшләйҙәр. Республикала уларҙың бөтә ихтыяждарын хәл итеү маҡсатында 50-нән ашыу ярҙам сараһы эшләй. Шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар фондының республика филиалы инвалид ветерандарҙың торлаҡтарын яраҡлаштырыуҙы дауам итә. Яугирҙәрҙең торлаҡтарын тикшереү өсөн социаль координаторҙар муниципаль комиссия менән берлектә райондар буйлап йөрөй.