"Һәр иртә махсус хәрби операция темаһынан башлана ине..."

Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары йыл йомғаҡтарын барланы.

"Һәр иртә махсус хәрби операция темаһынан башлана ине...""Һәр иртә махсус хәрби операция темаһынан башлана ине..."
"Һәр иртә махсус хәрби операция темаһынан башлана ине..."

БСТ каналында БР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, улар былтыр һәр эш иртәһен МХО темаһына башлап, көн тамамланғанда ошо мәсьәлә буйынса эшләнгәндәргә йомғаҡ яһаған.
«Беҙҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республика ярҙамы 54 саранан ғибәрәт. Федераль ярҙамды ла бергә ҡушһаҡ, 99 килеп сыға. Республикала яуҙан ҡайтыусыларға документтар тултырыу, эшләү буйынса ярҙам ойошторола. Был мәсьәләлә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы координаторҙары эшләй. Артабан ветерандың һаулыҡ торошон өйрәнеп, диспансерлаштырыуҙы хәл итәбеҙ. Өсөнсө сираттағы мөһим бурысыбыҙ – психологик ярҙам. Шулай уҡ эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ», — тине вице-премьер-министр.
Белеүегеҙсә, Фонд филиалы йыл аҙағында ғына ҙур һәм иркен бинаға күсте. Унда ярҙам итеүгә кәрәкле бөтә нәмә бар.
2026 йылға бурыс – МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә уңайлы шарттар булдырыу.
Фото: скриншот видео.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас