Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
2 Ғинуар , 21:20

«Высоцкий»ға – уңыштар!

Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылы егете йылдан ашыу инде махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә.

«Высоцкий»ға – уңыштар!
«Высоцкий»ға – уңыштар!

Дмитрий Борняков мәктәптән һуң Силәбе өлкәһенең Трехгорный ҡалаһындағы Технологик институтта инженер-технолог һөнәрен үҙләштерә. Әрмелә Алыҫ Көнсығышта була. Тап шунда МХО-ға китеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Ростов өлкәһендә хәрби әҙерлеген нығытҡас, алғы һыҙыҡҡа инә.
"Высоцкий" позывнойын ала ул. Мотоуҡсылар полкында хеҙмәтен башлай, әле – батальон инструкторы.
"Высоцкий" ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Тиҙҙән тағы ла – алғы һыҙыҡҡа.
Балаҡатай районы халҡы уға уңыштар теләй һәм имен ҡайтыуын көтөп ҡала.
Фото: Земля батыров, вк.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас