Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Декабрь 2025, 20:05

Яугирҙың әсәһенә ярҙам иттеләр

Асҡын районының Баҙансат ауылына зәңгәр яғыулыҡ килде. Иң тәүҙә уны махсус хәрби операция яугирының әсәһе Зәмзүнә Кәримоваға тоташтырҙылар, тип хәбәр итәләр райондан.

Яугирҙың әсәһенә ярҙам иттеләр
Яугирҙың әсәһенә ярҙам иттеләр
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йоспов социаль селтәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашҡан.
Баҙансат ауылында газ әлегә дүрт ғаиләнең йортона ингән, 31 йортта эске монтажлау эштәре тамамланған.
Башҡортостанда МХО яугирҙары ғаиләләренә ярҙам ҙур. Иң мөһиме - алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр имен булһын, тыныслыҡ етһен, һәр кем иҫән-һау яҡындарының янына әйләнеп ҡайтһын!
 
Фото: пресс-служба администрации Аскинского района / соцсети

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас