Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Декабрь 2025, 15:15

Батырҙарыбыҙ күп беҙҙең

Башҡортостан егет, махсус хәрби операция яугиры, гвардия ефрейторы Денис Ханов дошмандың БПЛА һөжүмен батырҙарса кире ҡаҡҡан.

Батырҙарыбыҙ күп беҙҙеңБатырҙарыбыҙ күп беҙҙең
Батырҙарыбыҙ күп беҙҙең
 
Денис - 400-сө полктың үҙйөрөшлө артиллерия установкаһы расчеты һалдаты. Хәрби задание үтәгән ваҡытта ҡаршы яҡтың пилотһыҙ осҡос һөжүм итә. Беҙҙең яугир ғүмеренә хәүеф янауға ҡарамаҫтан, яңғыҙы беспилотниктарҙы бәреп төшөрөүгә өлгәшә. Техника ла, шәхси состав та имен ҡала.  Артабан хеҙмәттәштәре менән ҡуйылған бурысты үтәйҙәр - дошмандың БПЛА менән идара итеү пунктын юҡ итәләр.
Хәл иткес мәлдә дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәне өсөн Денис Ханов "Ҡыйыулыҡ өсөн" миҙалы менән наградлана. Афарин! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото: «Герои Башкортостана»

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас