

2021 йылдың яҙында ирем менән урамға урынлаштырылған видеокүҙәтеү системаһы аша үҙебеҙ өйҙә булмағанда беҙгә ике тапҡыр ниндәйҙер таныш булмаған ир килеүенә иғтибар иттек. Шунан ауылыбыҙҙың имам-хатибы килде һәм был ирҙең Үтәгән ауылы халҡының пай ерҙәрен ҡуртымға алырға теләүе, беҙҙең менән ошо мәсъәлә буйынса һөйләшергә теләүе тураһында әйтте. Пай ерҙәребеҙ юҡ, беҙҙең менән һөйләшеү уға нимәгә икән, тип аптыраным, шулай ҙа, килһен, тинем. Ун минут та үтмәне, теге егет килеп тә етте. Беҙ ихатаны йыйыштырып йөрөй инек, шуға күрәме икән, уның менән теләр-теләмҫ кенә һөйләштем. Минең уға нимә өсөн кәрәк булыуымды ҡыҫҡа ғына итеп аңлатыуын, ваҡытымды күп алмауын һораным. Беҙ ғаиләбеҙ менән 30 йыл ситтә йәшәнек, ауылға күсеп ҡайтыуыбыҙға бер йыл ғына ине. Шуға мине ауыл халҡы бик белеп тә бөтмәйҙер, ололар ғына белһә-беләлер. "Һеҙ бар нимәне ябай тел менән аңлатып, халыҡ күңеленә юл таба беләһегеҙ, шуға һеҙҙән ярҙам итеүегеҙҙе һорайым”, - ти был. Уның нимә менән шөғөлләнеүе тураһында һораштым, әммә барыбер бер-беребеҙҙе аңламаныҡ. Бер-нисә көндән ул тағы килде, ауылыбыҙға ҡағылышлы пландары менән уртаҡлашты. “Һеҙҙең бизнес-планығыҙ бармы?” – тип һорайым. Эйе, ти. Иртәгәһенә аныҡ һәм йөкмәткеле бизнес-план минең ҡулымда ине. Уны минән ҡабат алырға килгәндә, тағы ла һорауҙар менән ҡаршы алдым. “Был бизнес-планығыҙ малсылыҡҡа ҡағылышлы. Һеҙ халыҡтың ерен алырға йыйынаһығыҙ, шуға күрә игенселек буйынса ла бизнес-планығыҙ булырға тейештер”, - тим. Бында башҡа кеше булһа, ҡулын һелтәп боролоп сығып китер ҙә башҡа миңә әйләнеп тә ҡарамаҫ ине. Тик Радик Йөҙлөкбаев түгел! Иген культураларын мал аҙығы өсөн үҫтерәсәге, бала саҡтан ауыл хужалығын үҫтерергә, башҡорт тоҡомло атта үрсетергә, ҡымыҙ етештерергә хыялланыуы тураһында һөйләне. Ошо бер-нисә тапҡыр килгәнендә аяҡ өҫтө генә һөйләштек. Радик сығып киткәс, тормош иптәшемдең, был егет көн һайын тиерлек килә, уллыҡҡа алһаң да була, тип шаяртыуы хәтеремдә.
Бер аҙҙан оҙаҡ ауырығандан һуң Радиктың әсәһе мәрхүм булды. Әсәһен ерләгәндән һуң килде, уны ихлас ҡаршы алып, ҡосаҡлап алдым, ҡайғыһын уртаҡлаштым, табын артына саҡырҙым. Төн ауғансы һөйләшеп ултырҙыҡ һәм беҙҙе тыуған еребеҙгә мөхәббәт берләштереүен аңланыҡ. Радик кешеләргә ярҙам итергә теләге булыуына ышандыра алды. Баҡтиһәң, күрше Һарт-Шишмә ауылынан бер уҙаман, уның киләсәккә пландарын белгәндән һуң, үтәгәндәргә мөрәжәғәт итергә кәңәш иткән. Эйе, нәҡ бер йылдан ҡарттың һүҙҙәре дөрөҫлөккә сыҡа - үтәгәндәр үҙ ерҙәрен ҡуртымға Радик Йөҙлөкбаевҡа бирә.
2022 йылда, ауылыбыҙҙа тәүге тапҡыр “Ҡабаҡфест” байрамын уҙғарырға әҙерләнгәндә, Радик икенсе бурыстар менән мәшғүл ине, шуға әҙерлек эштәренә аҙаҡ ғына ҡушылды. Ул ваҡытта мине ауылдың старостаһы итеп һайлағайнылар. Байрам бик матур үтте. Радик бик ҡыуанды, саранан һуң беҙгә ике тапҡыр килде, ауылдың киләсәгенә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Клуб төҙөү, халыҡ өсөн уҡыуҙар ойоштороу, төҙөкләндереү буйынса бәхәсләшә, төрлө варианттар тураһында һөйләшә инек. Хатта дөйәғош фермаһын асыу идеяһы менән яна башланыҡ. Был 2022 йылдың 16-17 сентябре ине...
Ә 21 сентябрҙә, минең тыуған көнөмдә, өлөшләтә мобилизация иғлан ителде һәм Радик беренселәрҙән булып ил һағына саҡырылды. Чечен Республикаһында яу юлын үткән Радикты Ҡазандағы хәрби уҡытыу барған часта командир итеп ҡуйғайнылар. Тәүҙә йыш шылтыратыша инек. Өс һәм унан да күберәк балалары булған егеттәр кире ҡайтарыла башлағас, ҡыуанып, уға шылтыраттым, сөнки Радиктың ҡатыны оҙаҡламай өсөнсөгә бәпес алып ҡайтырға йыйына ине. “Ҡайтмайым, апай, егеттәрҙе ҡалдыра алмайым. Уларҙы яҡшы итеп әҙерләргә кәрәк”, тигәс, аптыраным да, көйәләндем дә...
Ул һирәк-мирәк шылтыратты, йыш ҡына яҙышып торҙоҡ. Яҙған хәбәрҙәремде асып уҡыһа ла күңелем була торғайны. Алдан шулай һөйләшеп ҡуйған инек: яуап яҙа алмаһаң да, уҡыһаң, имен булыуыңды аңлармын, тинем. Ялға ҡайтҡан һайын беҙгә килде, ауылдың киләсәге тураһында һөйләшә, пландар ҡора, хыяллана, уларҙың тормошҡа ашырына ныҡ ышына инек. Уның өсөн мөмкин бумаған әйберҙәр юҡ кеүек ине. Ул Данко кеүек янып торған йөрәге менән эргә-тирәләгеләрҙең юлын яҡтыртып, алға өйҙәй торған кешеләрҙән булды. Бер килгәнендә ауыл урамдарының ҡайһы берҙәрендә яҡтылыҡ булмауына зарланған инем, ул өҫтәмә яҡтыртыу тураһында һөйләшеп килешкән, аҡсаһын түләгән, һөҙөмтәлә урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде. 2023 йылда ялға ҡатйҡанында “Ҡабаҡфест” байрамын уҙғараһығыҙмы, тип ҡыҙыҡһынды. Бындай ауыр осорҙа байрамдар, фестивалдәр уҙғарыу урынһыҙҙыр ул, тип яуапланым. Ул минең менән ризалашманы. Һеҙ уларҙы уҙғара алһын өсөн беҙ яу ҡырындабыҙ бит, тине. Иғәнә ярҙамын тәҡдим итеп, халыҡ өсөн Хеҙмәт байрамын ойошторорға тәҡдим итте. Беҙ уны Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышлап уҙғарҙыҡ. Шылтыратҡан сағында һәр ваҡыт, барлыҡ пайсыларға ла иген бирелдеме, риза булмағандар юҡмы, нимә менән ярҙам итә алам, тип ҡыҙыҡһынды. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе ине ул.
Эйе, пландары күп ине Радиктың. Халыҡ өсөн өҫтәмә эш урындары булдырырға, һунарсылыҡ хужалығы ойошторорға теләге ҙур булды. Шулай уҡ ҡымыҙ етештереү буйынса цех асырға, Ағиҙел буйында ял итеү өсөн йорттар төҙөп, Үтәгәнгә туристар йәлеп итергә хыялланды.
Һуңғы һөйләшкәндә Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе тергеҙеү тураһында һөйләштек. Минең өсөн был башҡара алмаҫлыҡ эш булып тойолһа ла, уның үҙ-үҙенә ышанысы ныҡлы ине. Һуңғы тапҡыр 2024 йылдың 31 декабрендә күрештек. Был ваҡытта ул өлкән лейтенант, “Батырлыҡ ордены”на, бер нисә миҙалға лайыҡ булған ине.
“Бәләкәй улым мине танымай”, - тине ул моңһоу ғына. Рамазан атаһы унда киткәс донъяға килде шул...
Радиктың башҡа шылтыратмауына, яҙышмауыбыҙға, бергә хыялдар ҡора, проблемаларҙы хәл итә алмауыбыҙға күңел һаман да ышанмай. Белмәйем, уның идеяларын, пландарын тормошҡа ашырырҙай, Үтәгәнде уның кеүек ихлас яратырҙай кеше бармы икән? Беҙ барыбыҙ ҙа ауылыбыҙҙы яратабыҙ, әммә барыбыҙҙа ла ул тиклем ныҡышмаллыҡ, башлаған эште аҙағына тикле еткерә, халыҡты берләштерә, олоһа ла, кесеһе менән дә уртаҡ тел таба белеү һәләте барыбыҙҙа ла юҡ... Беҙҙең ауыл чатында шундай традиция бар: йыл һайын башҡарған эштәргә анализ яһап, киләсәккә пландар билдәләйбеҙ. Уларҙы Радикка ла ебәрә торғайным. Эшебеҙ күп, йәшәргә кәрәк, тип яуап яҙған ине ул.
Быйыл февраль айында үҙ улым кеүек күргән дуҫым, фекерҙәшем Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Уның Яңы йылға биргән бүләген һаман асмағанмын әле. Үҙе килгәс, бергә ауыҙ итербеҙ, тип уйлаған инем. 2,5 йыл эсендә уға яҙырға теләк ҡаныма һеңгән: хәлдәрен белгем, пландар менән уртаҡлашҡым, телефонды ҡулға алған һайын һуңғы хәбәремдә ике зәңгәр билдә күргем килә...
Хоҙай Тәғәлә уны аҡыл, батырлыҡ, талант менән бүләкләгән, әммә, бик ҡыҫҡа ғүмер биргән шул. Иҫән сағымда беҙҙең һуңғы проектыбыҙҙы – Абдрахман батырҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе тормошҡа ашырырға тырышасаҡмын, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем.
Тыныс йоҡла, АБЗЫЙ (был уның яуҙағы исеме ине), иманың юлдаш булһын!
Дилара ХОҘАЙҒОЛОВА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

