Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Декабря 2025, 08:15

Бәхет теләйбеҙ!

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда яҡындары менән була, уларға ярҙам итә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша, үҙҙәре уҡыған мәктәбенә лә бара. Ҡайһы берәүҙәре өйләнергә лә өлгөрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәхет теләйбеҙ!Бәхет теләйбеҙ!
Бәхет теләйбеҙ!
БР Юстиция буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле яңы ғаилә тураһында хәбәр иткән.
Балтас районынан "Ислам" позывнойлы яугир ялға ҡайтҡанда, матур датала - 12 декабрҙә (12.12) һөйгәне менән ғаилә ҡорған. Илһөйәр егет кәләше Юлиә менән урындағы ЗАГС-та яҙылышҡан.
Ҡотлайбыҙ! Яуҙа еңеп, иҫән-һау ҡайтып, бәхетле йәшәргә, балалар үҫтерергә яҙһын!
 
Фото: Владимир Спеле / ТГ-канал

 

Автор:Алһыу Ишемғолова