Ошо көндәрҙә ул РФ Оборона министрлығының "Ярҙам һәм мәрхәмәтлек өсөн" миҙалы менән наградланған.
Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы табибы, Өфө районы советы депутаты Денис Лопатин Луганск Халыҡ Республикаһы госпиталендә яралыларҙы дауалаған, һәләкәттәрҙә ялан госпиталендә эшләгән, тиҫтәләрсә тапҡыр гуманитар ярҙам ылауын оҙатып барған, хәрбиҙәр өсөн медикаменттар һәм медицина изделиелары йыйыуҙа ҡатнашҡан.
Табип яугирҙарға һөнәре буйынса ғына түгел, күңел йылыһы менән дә ярҙам иткән, тип яҙалар.
Фронттағылар иҫән-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!
Фото: Совет Уфимского района