Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Декабря 2025, 11:30

"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды

Бөгөн Өфөлә БР Башлығы Радий Хәбиров "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республика филиалы бинаһын асыуҙа ҡатнашты. Ул баш ҡаланың Совет урамында урынлашҡан.

"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды
"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды

Бина дәүләт фонды рәйесе, РФ оборона министры урынбаҫары - статс-секретарь Анна Цивилева ярҙамы менән асылды. 

Бында ҡабул итеүҙе көтөү залы, психологтар, техник тергеҙеү саралары бүлмәһе бар. Инеү урынында пандустар ҡуйылған. Әйткәндәй, ДНК анализы алыу кабинеты ла ҡаралған.

Радий Хәбиров бөтә мөмкинлек менән танышты.

Шулай уҡ бинала һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһенә лә урын табылған.

Филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина БР Башлығына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бина бик уңайлы ерҙә урынлашҡан. Эргәлә - Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл менән Совет майҙаны. Егеттәр ошонан МХО-ға китте. Был урын улар өсөн әһәмиәтле. Яугирҙарҙың бөтә мәсьәләһен бер урында хәл итә алыуы мөһим. Муниципалитеттарҙа ла үҙәктәр асабыҙ. Әлегә уларҙың һаны унау, был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Фото: О. Яровиков, БР Башлығы сайтынан.

"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды
"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды
"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды
"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды
"Ватанды һаҡлаусылар" филиалының яңы бинаһы асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас