Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Декабрь 2025, 16:40

Беҙҙең яугирҙар һынатмай

Балтас районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ хәрби бурыс үтәгәндә ҡаршы яҡтың утлы һөжүменә ҡарамаҫтан, ерҙе миналарҙан таҙартҡан һәм разведчиктарҙың үтеүенә булышлыҡ иткән.

Беҙҙең яугирҙар һынатмайБеҙҙең яугирҙар һынатмай
Беҙҙең яугирҙар һынатмай

Был хаҡта "Вагнер" позывнойлы яугирҙың командиры яҙған.

Кесе сержант яуҙаштары менән урманлы ерҙән хәрби задание үтәргә барған. Юлдың тотош миналаныуы асыҡланғас та, юғалып ҡалмаған, берәмләп-берәмләп шартлатҡысты зарарһыҙландырған. Был ваҡытта дошман уты ла туҡтамаған. Балтас егете разведчиктарға юлды таҙартҡан, һөҙөмтәлә хәрби бурыс үтәлеп, яугирҙар базаға ҡатйҡан.

"Вагнер" 2022 йылда өлөшләтә мобилизация ваҡытында МХО-ға алынған. Быйыл мартта ул РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм разведка ротаһында разведчик-пулеметсы булып хеҙмәт итә.

Уның «За отличие в службе», «За освобождение Донбасса», «За храбрость, мужество, отвагу», Шайморатов, Жуков һәм башҡа миҙалдары бар.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Бөтә яугирыбыҙ имен ҡайтһын!

Фото: вк, Балтас районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас