

Көнүҙәк теманы тикшереүҙә төрлө кимәлдәге депутаттар, башҡарма властың дәүләт органдары етәкселәре, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Указы менән 2025 йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителгәйне. Журналистар менән әңгәмәлә Комитет рәйесе Салауат Харасов парламент тыңлауҙары тематик йыл буйынса башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһауға арналды, тип билдәләне.
Сарала шулай уҡ БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина, БР йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һәм БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина сығыш яһаны.
Парламент тыңлауҙары йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнде.
Сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай