Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Ноябрь 2025, 04:00

"Мин унда кәрәкмен..."

Башҡортостандың Әбйәлил районынан 32 йәшлек ир-егет махсус хәрби операция биләмәһенә киткән.

"Мин унда кәрәкмен...""Мин унда кәрәкмен..."
"Мин унда кәрәкмен..."

«Джедай» позывнойлы яугир тураһында «Башинформ» агентлығы яҙған.

Яҡташыбыҙ үҙенә ҡушамат итеп МХО-ла башҡа йүнәлештә хеҙмәт иткән ауылдашының позывнойын алған.

«Миңә 32 йәш, көсөм һәм тәжрибәм дә бар. Тыуған еремә хеҙмәт итергә минең дә сиратым етте. МХО-ла кәрәкмен. Тиҙҙән алғы һыҙыҡҡа. Әҙерләнәм», — тип һөйләгән «Джедай».

«Минең туғандарым да бында. Уларҙың өлгөһө ҡарарымда ҙур роль уйнағандыр», - ти яугир.

Һәр бер яҡташыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Бер-береһенә терәк булып йөрөһөндәр! 

Фото: Башкирский батальон

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас