

З. Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһы Миәкә үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы менән берлектә "Үҙебеҙҙең яугирҙарға китаптар" ("Книги СВОим бойцам") акцияһында ҡатнашырға саҡыра.
Был сара госпиталдә яраларҙан дауаланып ятҡан яугирҙарға ярҙам йөҙөнән ойошторолған. Теләгән һәр кем өлөш сығара ала - моғайын, өйөгөҙҙә кемгәлер бүләк итергә тип йыйылған китаптар барҙыр. Айырыуса патриотик темаларға, тарихи баҫмалар, классика, юмор һәм поэзия китаптары урынлы буласаҡ, ти ойоштороусылар.
Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йортта (теркәү һәм контроль бүлегендә) 13 ноябргәсә ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 287-13-00.