

Тантанаға халыҡ күп йыйылған. Ауылдың һәр кешеһенең хәтерендә Тыуған илде һаҡлаусылар тураһында иҫтәлек йәшәй.
"Был обелиск - бөтә быуындарға хөрмәт күрһәткесе. Ул ППМИ проекты буйынса төҙөлдө. Районда яугирҙарға ярҙам итәбеҙ, тыл да, фронт та берҙәм. Гуманитар ылауҙар ҙа, балаларҙың хаттары ла еңеүҙе яҡынайта. Барығыҙға ла рәхмәт", - тип яҙған социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Фото: Риф Юсупов