Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Ноябрь 2025, 05:30

Балалар араһында

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар өйҙә генә ултырмай. Улар яҡындарына ла ярҙамлаша, төрлө осрашыуҙа ла ҡатнаша. Әлбиттә, мәктәптә балалар араһында булырға ла өлгөрә.

Балалар араһындаБалалар араһында
Балалар араһында

Борай районында ла ялға ҡайтҡан яугир туған мәктәбенә барған. Балалар менән бик йылы осрашыу булды, уҡыусылар илһөйәрлек ҡиммәттәрен аңланы, тип хәбәр итәләр райондан.

Яугирға бик күп һорау биргәндәр. МХО биләмәһендәге хәлдәр, көнкүреш менән дә ҡыҙыҡһынғандар. Хатта балалар хәҙерге заман ҡоралдары тураһында ла һорашҡан.

Осрашыу һуңында яугирға тиеҙрәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләгәндәр. Ялдағы хәрби уҡытыусылар менән дә аралашып, ҡәнәғәт ҡайтҡан.

Фото: Борай районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас