

Салауат ҡалаһы халҡы был юлы бик ҙур йөк әҙерләп ебәргән. Ылауҙа өс автомобиль, ике квадроцикл, биш мотоцикл, күсмә мунса, элемтә ҡорамалдары, дрон детекторҙары, квадрокоптерҙар, генераторҙар, окоп шәмдәре, медикаменттар... Был әле тулы исемлек түгел.
Ҡала хакимиәтенең телеграм-каналында яҙыуҙарынса, гуманитар ярҙам колоннаһына оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тә, шәхси посылкалар ҙа һыйған.
“Беҙ йөк фуралары ғына түгел, ә алғы һыҙыҡтағыларҙың үтенестәренә яуап алып барҙыҡ. Һаҡсыларҙың торған ерҙәренә үк барып еттек. Бында һәр иртә – уяулыҡтан, көн маҡсатҡа өлгәшеүгә яҡынлашыуҙан башлана”, – тип яҙған Марат Заһиҙуллин.
Ҡала мэры ылауҙы туплауҙа ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдергән.
Тыныслыҡ килһен, бөтә яугир өйөнә имен әйләнеп ҡайтһын! Һәләк булғандарҙы онотмаясаҡбыҙ!
Фото:пресс-служба города Салават / telegram