Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Ноябрь 2025, 15:10

"Беренсе тирмә" ирекмәндәре МХО-ға юлланды

Бөгөн Өфөнән ирекмәндәр проектының 25-се бригадаһы юлға сыҡты. Уларға имен юл һәм ныҡлыҡ теләйек.

"Беренсе  тирмә" ирекмәндәре МХО-ға юлланды"Беренсе  тирмә" ирекмәндәре МХО-ға юлланды
"Беренсе тирмә" ирекмәндәре МХО-ға юлланды
"Беренсе тирмә" волонтерҙар проекты тураһында БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Белеүегеҙсә, ирекмәндәребеҙ инде йыл буйына фронт алды территорияһында эшләй, госпиталдәрҙәге яралы яугирҙарҙы ҡараша. Төркөмдәр бер-береһен алмаштыра.
"Смена икешәр аҙна дауам итә. Улар яугирҙарҙы ашата, кейемен алмаштыра, туғандарына хат яҙырға ярҙам итә, һөйләшәләр ҙә. Бер йылда республиканың 32 муниципалитетынан 186 ҡатын-ҡыҙ булған. Бөрө медколледжынан ир-егеттәр ҙә барған. Унда барырға теләүселәр сиратта тора. Бөтә Башҡортостан исеменән ирекмәндәргә был мөһим, кәрәкле, еңел булмаған эштәре өсөн рәхмәт белдерәм. Был - беҙҙең дөйөм еңеүгә ҙур өлөш", тине Радий Хәбиров.
Фото:пресс-служба Главы РБ / соцсети
 
"Беренсе  тирмә" ирекмәндәре МХО-ға юлланды
"Беренсе тирмә" ирекмәндәре МХО-ға юлланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас