Барыһы ла Еңеү өсөн
31 Октябрь 2025, 08:15

"Башҡортостан геройҙары" программаһының икенсе бүлеге башланды

БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн булдырылған кадрҙар программаһының сираттағы мәғариф модулендә төп иғтибар иҡтисад һәм финанс темаһына бүленәсәк.

"Башҡортостан геройҙары" программаһының икенсе бүлеге башланды"Башҡортостан геройҙары" программаһының икенсе бүлеге башланды
"Башҡортостан геройҙары" программаһының икенсе бүлеге башланды

«Башҡортостан геройҙары» программаһы республикала «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Әле финалсылар тәжрибә туплай.

Бығаса, йәғни белем биреү модуленең тәүге этабында яугирҙар идара практикаһы буйынса стажировка үтте, улар менән остаз-етәкселәр эшләне.

"Хәҙер финалсылар иҡтисад һәм финанс темаһына ентекләберәк сумасаҡ. Был белем киләсәктә кәрәгәсәк. Лекцияларҙы иң яҡшы уҡытыусылар уҡый, дәүләт властары органдары, предприятиелар етәкселәре ғәмәли тәжрибә менән бүлешә. Проектта ҡатнашыусыларҙың бурысы - иғтибар менән тыңларға, яңы мәғлүмәтте үҙләштерергә, компетенцияларҙы арттырырға. Егеттәр - ысын илһөйәрҙәр. Улар Тыуған илде һуғыш яланында һаҡлаған. Мин уларҙың республикабыҙ мәнфәғәтенә шулай уҡ фиҙакәр эшләйәсәгенә бер тамсы ла шикләнмәйем", - тип яҙған социаль селтәрҙә БР Башлығы.

Фото: вк, Радий Хабиров

"Башҡортостан геройҙары" программаһының икенсе бүлеге башланды
"Башҡортостан геройҙары" программаһының икенсе бүлеге башланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас