Беҙҙең республика филиалы координаторҙары ла был йәһәттән ҙур эш башҡара. Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районынан Эдуард Әхмәтйәновтың йортона уңайлы приборҙар урынлаштырылған. Яугир һуғыштан ярым һыҡыр булып ҡайтҡан.
Дәүләт фонды ярҙамында хәҙер уның аҡса төҫөн һәм номиналын айырыусы тауышлы ярҙамсыһы, уҡый торған машинкаһы, аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулайламаһы бар. Шулай уҡ һуҡырҙар өсөн эш өҫтәле лә ҡуйыласаҡ һәм ишеге алмаштырыласаҡ.
Эдуардҡа быға тиклем махсус смарт таяҡ тапшырылған. "Робин" аҡыллы таяғы хатта ирҙең яҡын кешеләрен дә таныуға һәләтле.
Фото: Защитники Отечества | Башкортостан