Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Октябрь 2025, 06:15

Яугирҙарға наградалар тураһында яңылыҡ бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү буйынса документ тулытырыу тәртибен раҫлаған. 

Яугирҙарға наградалар тураһында яңылыҡ барЯугирҙарға наградалар тураһында яңылыҡ бар
Яугирҙарға наградалар тураһында яңылыҡ бар

БР Указына ярашлы, хәрбиҙе наградаға күрһәткәндә уның МХО зонаһындағы ҡаҙаныштарын аныҡ күрһәтергә, хеҙмәт-хәрби характеристикаһын тулы итеп бирергә. БР Башлығы исеменә хәрби часть командирынан ходатайство кәрәк, ә МХО-нан ҡайтҡандар өсөн муниципалитет башлығы һәм хәрби часть командиры яҙа. Инвалидлыҡ алған яугирҙарға документты "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы әҙерләй.

Указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған (Правовой акт). 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас