

Был турала "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итә.
Ул социаль селтәрҙә яҙыуынса, Октябрьскийҙа яугирҙарға Берҙәм ярҙам үҙәге БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тантаналы шарттарҙа асылған.
Ҡала хакимиәте бина биргән, бында МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары фондтың социаль координаторҙары менән осраша ала, шулай уҡ ветерандар ассоциацияһына ла инеү мөмкинлеге бар. Үҙәктә волонтерҙар, психологтар, юристар эшләй.
"Йәғни реабилитациялау ҙа, социалләштереү ҙә бер урында", тип яҙған Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы һәм ярҙам үҙәгенә уңышлы эшмәкәрлек теләгән.
Фото: Гульнур Кульсарина