

- Бер нисә көн эсендә Юлдаш ауылынан 50 мең һум аҡса йыйылды. Шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һалдаттарға күстәнәскә 35 кг милли ризыҡ - ҡорот әҙерләне. Еңеүгә индергән ярҙамдары өсөн һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм, - ти ауыл биләмәһе башлығы Нурғәли Хажиғәли улы Бикбулатов.
Әйткәндәй, Республика көнө һәм райондың 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған байрамда Ейәнсура районы халҡы МХО һалдаттарына 28-се гуманитар йөктө оҙатты. Эшҡыуарҙарҙан һәм район кешеләренән барлығы 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Уға һалдаттар һораған кәрәк-яраҡтар, медикаменттар, кейем-һалым алынған.