Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Октябрь 2025, 08:17

Сибай халҡына рәхмәт!

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов етәкселегендәге гуманитар колонна тейешле ергә барып еткән. Был турала етәксе телеграм-каналында хәбәр итә.

Сибай халҡына рәхмәт!Сибай халҡына рәхмәт!
Сибай халҡына рәхмәт!

Ҡаланан 19-сы гуманитар ылауҙа еңел автомобилдәр, питбайктар, маскировкалау селтәрҙәре, урын-ҡаралтылар, аҙыҡ-түлек бар.

Сергей Озерцов социаль селтәрҙә яҙыуынса, егеттәр ныҡлы рухлы, еңеүгә ышаныстары ҙур.

"Яугирҙар ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтле. Һәр посылка, балалар хаттары уларға айырым көс бирә", - тип яҙған тг-каналында ҡала башлығы.

Фото: telegram-канал главы адм-и Сибая Сергея Озерцова.

Сибай халҡына рәхмәт!
Сибай халҡына рәхмәт!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас