Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Сентябрь 2025, 05:15

Шишмәнән - гуманитар ярҙам

Шишмә районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына сираттағы гуманитар ылауҙы ебәрҙе. Яугирҙар менән осрашыуға район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров үҙе лә китте.

Шишмәнән - гуманитар ярҙамШишмәнән - гуманитар ярҙам
Шишмәнән - гуманитар ярҙам

Әле ылау барып еткән. Ришат Мансуров социаль селтәрҙә яҙыуынса, төрлө ергә туҡтап (беҙҙең егеттәр фронт һыҙығының төрлө урындарында хеҙмәт итә) ярҙамды тапшырғандар.

"Бөтә кәрәкле әйберҙе алып барҙыҡ. Медикаменттар, дронға ҡрашы "Булат"тар. Трофейҙар ҙа бирҙеләр, уны район музейына ҡуясаҡбыҙ", - тип яҙған етәксе.

Яугирҙарға балаларҙан бүләктәр һәм хаттар ҙа тапшырғандар. Ишетеүебеҙсә, һалдаттар уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтә.

"Юл ыңғай беҙ Саур-могила мемориалына туҡтаныҡ. Бында 1943 йылда Донбасс өсөн ҡаты алыштар булған... 2014 йылда һәйкәл емерелгән, һуңынан тергеҙгәндәр. 36 метрлыҡ стела, Еңеү һалдаты һыны, Мәңгелек ут яна. Мемориалда атыш эҙен ҡалдырғандар. Бик көслө һәм ауыр ер", - тип яҙған Мансуров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Бөтә яугирыбыҙ ҙа еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Фото: Ришат Мансуров

 

 

Шишмәнән - гуманитар ярҙам
Шишмәнән - гуманитар ярҙам
Шишмәнән - гуманитар ярҙам
Шишмәнән - гуманитар ярҙам
Шишмәнән - гуманитар ярҙам
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас