Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Сентябрь 2025, 10:48

Яугирҙарға ярҙам күрһәтеү һәр яҡлап бара

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 ярҙам сараһы бар. Республика Башлығының 2022 йылдың 11 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһының МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһындағы планы»на ярашлы, 415-се бойороғона үҙгәрештәр индерелгән. Документ 2025 йылдың 10 июнендә уның порталында рәсми баҫылған.

Яугирҙарға ярҙам күрһәтеү һәр яҡлап бараЯугирҙарға ярҙам күрһәтеү һәр яҡлап бара
Яугирҙарға ярҙам күрһәтеү һәр яҡлап бара

Раҫланған ярҙам саралары:

- МХО ҡатнашыусылары балаларына мәғариф ойошмаларына сиратһыҙ йүнәлтмә алыуға,

- яугир балаларына дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың өҫтәмә белем биреү һәм дөйөм белем биреү түңәрәктәренә бушлай йөрөүгә,

- МХО ҡатнашыусыларының балаларын урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары менән уҡыған мәлдә дөйөм ятаҡ менән тәьмин итеү һәм уҡыуҙы тамамлағас, стажировканы ойоштороуға,

- психологик, юридик һәм консультатив ярҙам алыуға,

- МХО ҡатнашыусылары ғаиләләренә көнкүреш мәсьәләрен хәл итеүҙә һәм эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеүҙә ярҙам алыуға,

- һалым льготаларын алыуға,

- медицина ярҙамы һәм торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә өҫтәмә хоҡуҡ алыуға,

- башҡа социаль һәм финанс ярҙам сараһы.

Ярҙам сараһының тулы исемлеген һәм яуаплыларын npa.bashkortostan.ru/46317/ сайтындағы текстан уҡырға була.

Рәйлә Ишбаева, хәрби ҡатыны:

– Әлегә МХО биләмәһенә барыу ваҡытлыса туҡтатылған. Быға тиклем яугирҙар һораған исемлек буйынса эшләнек. Маскировкалау селтәрҙәре, маскировка халаттары, аҙыҡ-түлек әҙерләнек, «Мавик», рациялар өсөн аҡса йыйҙыҡ. Донецкиға тиклем барғаным булды. Ирем ЛХР-да булғанда, шунда йүнәлдем. Унда мин яңғыҙым күстәнәс алып барҙым. Белгородта йәшәгәндә Шебекиноға аҙыҡ ташыным.

Мин яңғыҙ түгелмен, тотош команда. Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Әле яугир ғаиләләренә мәғлүмәти ярҙам күрһәтәбеҙ.

Роза, Ирина, Таңһылыу, Лера – яугир ҡатындары, Наташа, Ильмира,  Светлана, Аня, яҡындарын юғалтһа ла беҙҙең сафта ҡалды. Люциә былтырҙан бирле ирен көтә. Беҙ илебеҙҙең төрлө төбәгенән булһаҡ та туғандар кеүек булып киттек. Хатта әлегәсә күрешкәнебеҙ юҡ.

Роза Бәләбәйҙә йәшәй, егеттәргә ярҙам ылауы ебәрешә. Таңһылыу Сыбаркүлдә тора, ошо өлкәлә күп эш башҡара. Светлана Пензала йәшәй, һәләк булған иренә бүленгән бөтә аҡсаһын тиерлек яугирҙарға ярҙамға биргән.

Розаның ире МХО-ға киткәс, шул мәлдән ул ярҙам итергә тигән теләк менән йәшәй. Тыныс тормошто онотҡан, уны тик ошо ғәм биләгән. Ире яраланғас, Роза яугирҙарға ярҙам ныҡ кәрәклеген аңлай.

Ул туғандары һәм таныштарын йыйып, чат аса. Шунда бөтә ярҙам сараһын ойоштора башлай. Яугирҙарға кәрәкле аҙыҡ-түлек, төрлө мәлдә кәрәкле арба һымаҡ кәрәк-яраҡты туплап, ебәрергә ярҙам итә.

Әле беҙ йөк машиналарына тәгәрмәстәр эҙләйбеҙ. Ҡайҙан һатып алырға икәнен дә яҡынса беләбеҙ. Әле уларҙы нисек ебәреү тураһында баш ватабыҙ.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас