Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Сентябрь 2025, 16:40

Герой Партаһы асылды

Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә ағалы-ҡустылы Васильковтарға арналған Герой Партаһы ҡуйылды. МХО батырҙары әлеге мәлдә - алғы һыҙыҡта.

Герой Партаһы асылдыГерой Партаһы асылды
Герой Партаһы асылды
Офицерҙарға ранлаған Герой Партаһын "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Яңы мәктәп" проекты буйынса урынлаштырғандар.
Партияның төбәк бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, офицерҙар Владимир һәм Андрей Васильковтар фронттағы ҡаһарманлыҡтары өсөн дәүләт наградаларына ла лайыҡ булғандар.
Герой Партаһын асҡан саҡта уларҙың ата-әсәһе ҡатнашты, Андрей уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән видеобәйләнеш аша ҡотланы.
- Был партала бик яҡшы уҡыған, әүҙем балалар ултырасаҡ, - тине партияның Белорет районы бүлексәһе секрераты Азат Хәкимов.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас