Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Сентябрь 2025, 10:45

Асҡындар ҙа яҡташ яугирҙарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы МХО биләмәһенә унынсы тапҡыр гуманитар ярҙам алып барып ҡайтҡан.

Асҡындар ҙа яҡташ яугирҙарын ярҙамһыҙ ҡалдырмайАсҡындар ҙа яҡташ яугирҙарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Асҡындар ҙа яҡташ яугирҙарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Бөтә кәрәк-яраҡты алып барабыҙ, ти етәксе. Был юлы ике "Нива", бер "КамАЗ" гуманитар ылау әҙерләп ебәргәндәр.
"Мин бөгөн МХО биләмәһенә унынсы сәфәремдән ҡайтып киләм. Шул тиклем ваҡыт үткәненә ышаныуы ауыр, нисәмә тапҡырҙар барылған. Һәр сәфәрҙә яңы осрашыуҙар, яңы тәьҫораттар. Тик бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – алғы һыҙыҡтағылар менән тәрән бәйләнеш", – тип яҙған Динис Йосопов социаль селтәрҙә.
Ул яҡташтары менән осрашып, сәләмдәр еткереп, шәхси посылкалар, балаларҙан хаттар ҙа тапшырып ҡайтҡан.
Донъя тынысланһын! Килешеү төҙөлһөн! Яугирҙар еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Фото: тг-канал главы администрации Аскинского района РБ Диниса Юсупова.

Асҡындар ҙа яҡташ яугирҙарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Асҡындар ҙа яҡташ яугирҙарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас