

Социаль координаторҙар ветерандар менән эшләй. Хәйбулла районында йәшәүсе МХО ветерандары ла - иғтибар уртаһында. Улар менән осрашыуҙа яугирҙарҙың ихтыяждары ентекле тикшерелде, өйрәнелде.
Мәҫәлән, Руслан Бикбовтың йортонда булдылар. Муниципаль комиссия менән берлектә яугирҙың йәшәгән урыны тикшерелде, уңайлыҡтар барланды. Тиҙҙән уға адреслы ярҙам күрһәтеләсәк һәм МХО ветеранының йәшәү шарттары яҡшыртыласаҡ.
Фото: Одноклассники