

Адаптив кейем алыуға Рәсәйҙә 700 ғариза бирелһә, беҙҙә әлегә 50 заявка бар. Инвалидлыҡ алған МХО ветерандары спорт менән шөғөлләнергә теләй. Махсус кейем иһә – заманса, уңайлы, сифатлы.
Тәүге комплекттарҙы 22 августа Армия мәҙәниәте көндәре асылғанда тапшырасаҡтар.
Фондтың Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, һәр кейем ветерандың физик ихтыяжынан сығып әҙерләнә.
Әйткәндәй, адаптив кейемде реабилитация саралары исемлегенә индереү ҡарары быйыл яҙ “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының попечителдәр советы ултырышында ҡабул ителгәйне. Һәр береһе 12 позицияға тиклем булған йәйге, демисезон һәм ҡышҡы кейем төрҙәре бар. Йыл аҙағынаса илебеҙҙә 1000 ветеранды ошондай кейем менән тәьмин итеү ҡарала.