Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Август 2025, 08:45

"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй

БР Башлығы радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Луганск ҡалаһы госпиталдәрендә Башҡортостандан ете ирекмән ҡатын-ҡыҙ эшләй башлаған.

"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй
"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй

"Беренсе тирмә" проекты былтыр ноябрҙә ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Унда ҡатын-ҡыҙҙар яраланып ятҡан яугирҙарға ярҙам итергә теләк белдерҙе. Смена ике аҙна дауам итә.

Был - 20-сн төркөм. Радий Фәрит улы яҙыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Шаран райондарынан.

"Проектта 32 райондан 146 гүзәл зат ҡатнашҡан, уларҙың күбеһенең туғандары МХО-ла йәки унда булған. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!" - тигән БР Башлығы.

Фото: Радий Хабиров

"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй
"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй
"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй
"Беренсе тирмә"нең 20-се төркөмө госпиталдә эшләй
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас