

Айырыуса Т-90М «Прорыв» танкы экипажы дошманға ҡаршы торған. Был турала "Рәсәй" телеканалында сюжет күрһәткәндәр. Беҙҙең танкистар 125 мм снаряд ҡулланып, ВСУ ғәскәренә ярайһы юғалтыу килтергән, пландарын боҙған. Яугирҙарыбыҙ Рәсәй ғәскәренең ошо йүнәлештә нығыныуына булышлыҡ иткән. Командование "Башҡортостан" полкының Т-90М «Прорыв» танкы экипажының ҡыйыулығын һәм уйлап эш итә белеүен юғары баһалаған.
Афарин, егеттәр! Донъя тынысланһын, һалдаттар имен-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын!
Фото: telegram-канал «Красный Лиман Инфо»