

Шуның өсөн дә министр Ирина Голованова ошо ҡалаға командировкаға киткән. Был хаҡта ул "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алғанбыҙ. Яҙғаныбыҙ булды инде - бында йылдар буйына ремонт күрмәгән объекттар күп. Хәҙер беҙ уларҙы яңыртырға ярҙам итәбеҙ.
"Беҙҙең бер объект - ҡаланың 7-се мәктәбе. 2022 йылда утлы һөжүмдә ныҡ ҡына зыян күргән. Тергеҙең эше бер нисә этапта алып барыла. Подрядсы менән осраштым, проблемаларҙы өйрәндем, эштәр етерлек әле", - тип яҙған министр.
Ирина Голованова, шулай уҡ, бер ғаилә тарихын да бәйән иткән. Ул мәктәп ишегалдын һепереп йөрөгән ҡатын менән һөйләшкән. Баҡһаң, уның улы элек ошонда ҡарауылсы булып эшләгән, тик МХО-ға китеп, һәләк булған, Батырлыҡ орденына ла лайыҡ илһөйәр. Әсә кеше өсөн ошо мәктәп эш урынына әүерелгән.
"Бында кемде генә осратма, һәр береһенең үҙ тарихы бар, күбеһе - моңһоу. Беҙҙең бурысыбыҙ - ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү", - тип яҙа министр.
Фото: Ирина Голованова