Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Август 2025, 06:50

Бына, исмаһам, илһөйәр!

Башҡортостандың район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙ янында даими була. Улар гуманитар ярҙам алып бара, яугирҙар менән осраша. Ошо көндәрҙә Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов та ылау алып барған.

Бына, исмаһам, илһөйәр!Бына, исмаһам, илһөйәр!
Бына, исмаһам, илһөйәр!

Район башлығы яҡташ яугирҙарына гуманитар ярҙамды тапшырған, егеттәр менән аралашҡан.

"Беҙҙең яугирҙар ысын батыр һәм һәр яҡлап терәккә лайыҡлы. Беҙ артабан да бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тейешлеһен эшләйәсәкбеҙ", - тип яҙған Латипов социаль селтәрҙә.

Ул Курск өлкәһенән 10 йәшлек Сережа менән дә осрашҡан. Был малай беҙҙең ғәскәрҙәр өлкәне ВСУ-нан азат иткәндә хәрбиҙәр колоннаһын ҡаршы алған. Обоян районынан булған балаға "Патриот" позывнойы бирелгән һәм ул батырлыҡ символы булып киткән.

Кушнаренко районы хакимимәте етәксеһе Сережаға бүләктәр тапшырған.

Фото:telegram-канал главы администрации Кушнаренковского района Марата Латыпова

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас