

Был тарихты Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһының телеграм-каналында яҙғандар.
Тәүҙә махсус хәрби операцияға Иректең атаһы китә лә, "Ләмәҙ" позывнойы менән хеҙмәт итә. Мин ҡайтҡас, һин дә барырһың, ти ул улына. Шулай була ла. Атаһы Иректе оҙатҡанда, позывнойын да, ул уңыш килтерә, тип улына бирә.
Әле егет БПЛА операторы булып яу юлын үтә. Атаһы тағы ла алғы һыҙыҡҡа килгән, был юлы - икенсе позывной менән.
Ассоциацияның хәбәрендәгесә, йәш "Ләмәҙ" - үҙ эшенең оҫтаһы. Атаһы иһә, йәше барһа ла, хәрби дуҫтарынан айырым ҡала алмаған, уның тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ - тылда техника ремонтлай, йәштәргә ярҙам итә, "Дед" булараҡ еңеүгә өлөш индерә.
Әйткәндәй, РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған сумма - 1 700 000 һум. Шуның 1 300 000 һумы республиканан. Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 54 төр ярҙам сараһы бар.
Фото: telegram-канал ассоциации ветеранов СВО РБ.