

"Стәрлебаш халҡы йыйған бөтә нәмә - РЭБ-тар, ҡорамалдар, маскировка селтәрҙәре, шәхси посылкалар - ЛНР, Херсон һәм Запорожск өлкәһендә хәрби бурыс үтәүсе яҡташтарыбыҙға тапшырылды. Сәфәр ваҡытында Йәшергән ауыл советының элекке башлығы, Ватан һағына баҫырға ҡарар иткән Йәүҙәт Тәлғәт улы менән дә осраштыҡ, һөйләштек. Яугирҙарҙан оло рәхмәт алып ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙҙең егеттәр шуны белә: тыуған ер уларҙы көтә, ғорурлана, ышана. Ярҙам йыйыу бер туҡтауһыҙ бара. Һәр посылка, һәр әйбер еңеүҙе яҡынайта", - тип яҙған "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы.
Яугирҙарға бер генә теләк: еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Фото: Рустам Рахмангулов