Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән

Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында "Абдулла" мәсете асылды. Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир иҫтәлегенә һалынған. 

Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткәнЯугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән
Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән

26 июлдә асылған мәсетте МХО-ла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Андрей Касьянов ("Воробей" позывнойлы) иҫтәлегенә әсәһе Рәмзиә Ғималетдинова төҙөткән. Андрей М. Шайморатов исемендәге батальонда һуғышҡан. Яугир ислам дине ҡабул итеп, Абдулла исемен алған икән, мәсеткә лә уның исеме бирелгән.

Рәмзиә Фәйзиевна РФ Оборона министрлығынан улы өсөн алған компенсацияға төҙөткән был иман йортон.

Башҡортостан яугирҙарының полк имамы Хәмзә Хафизов хәҙрәт социаль селтәрҙә яҙыуынса, әсә кеше мәсеттең нигеҙен ҡорҙорторҙан алда имам менән кәңәшләшкән. Аллаһы Тәғәлә мең сауабын бирһен оло йөрәкле әсәгә.

Андрей-Абдулланың йәненең урыны ожмахта булһын иншәә Аллаһ!

Фото: Хамза Хафизов

Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән
Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән
Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән
Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән
Яугирҙың әсәһе мәсет төҙөткән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас