

Константин Толкачёв Алексей Савельевтың остазы булды. Парламент рәйесе яугирға яңы компетенциялар алыуға ярҙам итәсәк. Осрашыуҙа ул Савельевты депутаттар корпусы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Алексей Савельев 2014–2017 йылдарҙа уҡ ЛНР-ҙа булған, ирекле формирование менән командалыҡ иткән. МХО башланғас та РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, яуға киткән. Харьков, Луганск йүнәлешендә хеҙмәт иткән, Шебекин яғында Купянск, Волчанскиҙы азат итеүҙә ҡатнашҡан. Яраланған. Әле тыуған яғында, Нефтекамала хәрби комиссариатта эшләй.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.