

Кадрҙар проектында остаздар ролендә Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров, ошо уҡ Комитет ағзаһы, Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Валентин Солодовник, шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡатнаша.
Бөгөн парламентарийҙар «Патриот» паркында Остаздар көнө сараларында ҡатнаша.
Сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.
Фото: автор фотоһы.