Батырҙар илгә кәрәк!

Республикала "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы ғәмәлгә ашырыла. Әле унда ҡатнашыусылар белемен камиллаштыра, идара итеү серҙәренә өйрәнә.

Батырҙар илгә кәрәк!Батырҙар илгә кәрәк!
Батырҙар илгә кәрәк!
Программала МХО-ла ҡатнашыусы, гвардия сержанты Евгений Телепнев та бар. Ул фронтта "Верник" позывнойы менән.
98-се гвардия һауа-десант дивизияһы составында хәрби бурысы үтәгән батыр яҡташыбыҙ бихисап миҙалға лайыҡ булған. Быға тиклем ул "Время героев" федераль программаһының онлайн уҡыуын тамамлаған.
"Башҡортостан геройҙары" программаһы миңә көсөмдө һынап ҡарау һәм республикама файҙа килтереү мөмкинлеге бирә", - ти яугир.
Уға уңыштар! 
 
Фото: telegram-канал «Герои Башкортостана»

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас