

Бынан ары хәрбиҙәр федераль һәм төбәк ташламаларын алыу өсөн МХО-ла ҡатнашыуҙарын тиҙ генә һәм онлайн рәүештә раҫлай аласаҡ.
РФ Оборона һәм Һанлы үҫеш, элемтә һәм дөйөм коммуникациялар министрлыҡтары берлектә ғәмәлгә ашырған эшләнмә буйынса хәҙер барыһы ла еңел була.
Яңы система буйынса яугирҙарға ла, ветерандарға ла, уларҙың ғаиләһенә лә ҡағыҙ документтар йыйып, тапшырыуҙың кәрәкге ҡалмаясаҡ. Процедура автомат рәүештә эшләргә тейеш.
Әйткәндәй, Башҡортостанда МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу төр ярҙам сараһы ҡаралған. Республиканан даими гуманитар ылауҙар китә. Илде һаҡлаусылар имен булһын!