

МХО яугирҙарының ғаиләләре янғынды иҫкәртеүсе аппаратты (пожарный извещатель) бушлай алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республика филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Филиалдың төп офисы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамындағы 107-се йорт.
Иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.
Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәләрҙе ошонда таба алаһығыҙ: clck.ru/3MQDmF
Фото: Центр поддержки участников СВО «Башкортостан»